Хөрмәтле стәрлебаштар һәм район ҡунаҡтары!
9 майҙа Стәрлебаш ауылында урам буйлап тантаналы парад үтә.
Еңеү паркы алдында 9.00 сәғәттән 9.30 сәғәткә тиклем йыйылырға. Артабан митинг, концерт, сауҙа нөктәләре эшләйәсәк (6+).
Хәрби хәрәкәттәр, хәрби хеҙмәт, Эске эштәр министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм башҡа көс структуралары ветерандарына Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 74 йыллығына бағышланған сараларҙа ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Стәрлебаш ауылының Еңеү паркы янында 9 майҙа 9.00 сәғәттән йыйылырға. Парад кейемендә булырға.