Новости
7 Мая 2019, 06:57

Ирекмәндәр ярҙам итә

Быйыл ҡышын стәрлебаштарҙың күптәре телевизорҙарын цифрлы сигнал ҡабул итеүгә көйләп, бушлай 20 канал ҡарауҙан ләззәт ала алды. Әммә ауыл халҡының бөтәһе лә уны үҙ аллы көйләй алмай. Ә кемдер ике айҙан Башҡортостанда аналог телевидениеһы туҡтатыласағын хатта белмәй ҙә.

Цифрлы телевидение менән эшләү еңелерәк булһын өсөн ирекмәндәрҙе йәлеп итеү ҡарар ителде. Ошоға бәйле, ағымдағы йылдың апрель айында беҙҙең районда РТРС һәм БР йәштәр эштәре комитетының ирекмәндәр хәрәкәте белгестәре ирекмәндәр һәм ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтарына приставкаларҙы тоташтырыу буйынса уҡыуҙар үткәрҙе. Был кешеләрҙең бурысы - граждандарға аналог телевидение туҡтатылыу тураһында мәғлүмәт биреү генә түгел, шулай уҡ ҡоролманы цифрлы телевидениеға көйләгәндә түләүһеҙ ярҙам күрһәтеү ҙә. Улар ҡоролманы тоташтырырға, көйләргә, цифрлы телевидениеның эшләгәнен күрһәтергә тейеш. Тәү сиратта, урындағы үҙидара органдары ирекмәндәр ойошмаһы менән шөғөлләнергә, ирекмәндәрҙең эше ирекле башҡарылырға тейеш. Улар эш өсөн халыҡтан аҡса алырға хоҡуҡлы түгел. Ирекмән Альберт Исмәғилев халыҡҡа «цифрлы» телевидение нескәлектәрен аңларға ярҙам итеүселәрҙең береһе. Ул ирекмәндәр хәрәкәтенең Стәрлебаш үҙәге етәксеһе:

- Барлығы районда 25 ирекмән эшләй. Уларҙың һәр ҡайһыһы методик инструктаж үтте. Район үҙәгендә һәм башҡа ауылдарҙа «цифрлы» телевидениеға күскәндә ауырлыҡтар барлыҡҡа килгәндә ярҙам итәләр. Әйтергә кәрәк, заявкалар күп түгел, кешеләр, нигеҙҙә, ҡоролманы үҙҙәре көйләй. Йөҙҙән ашыу мөрәжәғәт булды, һорауҙарҙы күберәк пенсионерҙар бирә. Беҙ цифрлы телевидениены ҡабул итер өсөн ҡоролманы нисек тоташтырырға һәм көйләргә күрһәтәбеҙ. Беҙҙең бурыс - өлкәндәргә, аҙ тәьмин ителгән кешеләргә, инвалидтарға һәм башҡа яҡланмаған граждандар категорияһына аналог телевидениенан цифрлыға күсергә ярҙам итеү. Райондың иң алыҫ ауылдарында йәшәгән халыҡҡа урындағы ауыл биләмәһе хакимиәте вәкилдәре ярҙам итә.


Читайте нас