Новости
27 Апрель 2019, 07:14

Өмәләр гөрләй

Стәрлебаш районы ла республикала иғлан ителгән шәмбе өмәләренә әүҙем ҡушылды. Район үҙәгендә һәм ауыл биләмәләрендә лә һәр шәмбе халыҡ өмәгә сығып, ауыл урамдарын, территорияларҙы таҙарта, төҙөкләндерә.

Ҡабыҡҡыуыш ауылы халҡы ла был сарала әүҙем ҡатнаша. Ауыл мәҙәниәт йортоноң мәҙәни саралар ойоштороусыһы Раушания Һөйәрембәтова әйтеүенсә, ауыл хакимиәте, мәҙәниәт йорто, китапхана, фельдшер-акушерлыҡ пункты вәкилдәре, уҡытыусылар һәм мәктәп уҡыусылары социаль объект территорияларын сүптән таҙартып, ағас олондарын, биналарҙы ағартты. Бындай өмәләр май айында ла ойоштороласаҡ.
Читайте нас