Новости
26 Апрель 2019, 06:03

Еңеү көнөн байрам итеү тураһында

Стәрлебаш районы хакимиәте тарафынан 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 74 йыллығы хөрмәтенә бойороҡ ҡабул ителде.

Ауыл биләмәләре хакимиәттәренә:

- һәйкәлдәргә һәм обелисктарға сәскәләр һалырға;

- урамдарҙы, предприятие һәм учреждениелар биналарын байрамса биҙәргә, тантаналы йыйылыштар, митингтар, мәҙәни-киң күләмле саралар үткәрергә, фронтовиктар һәм тыл эшсәндәренә, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙың тол ҡатындарына хөрмәт күрһәтергә кәңәш ителде.

Стәрлебаш ауылында 7 майҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын тантаналы ҡабул итеү үткәрелә, 9 майҙа тантаналы парад, митинг, концерт була.

Тантаналы саралар ауыл биләмәләрендә 8-9 майҙа үтә.
Читайте нас