Новости
23 Апрель 2019, 05:49

Замандан артта ҡалмайҙар

Өфө ҡалаһында «Өсөнсө быуын халыҡ университеты» программаһын тыңлаусылар араһында компьютер буйынса VII Республика чемпионаты еңеүселәре билдәләнде.

Өфө ҡалаһында «Өсөнсө быуын халыҡ университеты» программаһын тыңлаусылар араһында компьютер буйынса VII Республика чемпионаты еңеүселәре билдәләнде.

Чемпионат дүртенсе йыл рәттән М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты майҙансығында үтә. Компьютерҙа иң яҡшы эшләүсе исеменә 55 йәштән өлкәнерәк 25 кеше дәғүә итте. Уларҙың барыһы ла «Өсөнсө быуын халыҡ университеты» программаһы сиктәрендә «Компьютер белеме нигеҙҙәре» дисциплинаһы буйынса уҡыу үткән.

Беҙҙең районды сарала педагогик хеҙмәт ветераны Вячеслав Ниязғолов (һүрәттә) күрһәтте. Ярышта һорауҙарға тиҙ һәм дөрөҫ яуап биреп, ул икенсе урын яуланы. Еңеүселәр иҫәбендә уға Кубок, Диплом һәм миҙал тапшырылды. Еңеүегеҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ, Вячеслав Әҙип улы!

Үҙ хәбәрсебеҙ. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.

Читайте нас