Хөрмәтле хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Ысын йөрәктән һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым!
Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре көнө 1918 йылдың 8 апрелендә Халыҡ комиссарҙары советының декреты менән раҫлана. Шул ваҡытта Рәсәйҙең һәр губернаһында хәрби комиссариаттар асыла башлай.
Хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Хәрби комиссариатының Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ, Йылайыр райондары буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре граждандарҙы РФ Ҡораллы Көстәре хеҙмәтенә саҡырыу, уны ойоштороу, кешеләрҙе һәм махсус техниканы хәрби иҫәпкә алыу менән шөғөлләнә. Ошондай яуаплы, мөһим мәсьәләләрҙе ул район хакимиәте, йәмәғәт, ветерандар ойошмалары менән берлектә башҡара.
Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре йәштәрҙе хәрби-патриотик рухта тәрбиәләй, Ватанды һаҡлауҙың изге бурыс булыуы тураһында аңлатыу эштәре алып бара.
Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, илебеҙҙең именлеген һәм хәүефһеҙлеген нығытыу, тәьмин итеү кеүек мөһим эшегеҙҙә ҙур-ҙур уңыштар теләйем!
Башҡортостан Республикаһының Миәкә һәм Стәрлебаш райондары буйынса хәрби комиссар.