Ошо документҡа ярашлы, ағымдағы йылдың 6 апреленән 7 майына тиклем район ауыл биләмәләре территорияларын таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса аҙна һайын экологик шәмбе өмәләре үтәсәк.
Ауыл биләмәләре башлыҡтарына, учреждениелар, ойошмалар, хужалыҡтар, предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәренә комиссиялар булдырыу, эш урындарын, производство биналарын, йәмәғәт һәм торлаҡ биналарҙы тәртипкә килтереү, урамдарҙы, йорттарҙы, юлдарҙы, территорияларҙы төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса саралар ҡабул итергә кәңәш ителде.