Юлай Ильясов бөгөн Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Ул ошо аҙнанан район башлығының иҡтисад, финанстар һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары вазифаһын биләй ине. Район советы ултырышында муниципалитеттың элекке етәксеһе Әхәт Ҡотлоәхмәтовтың отставкаһы ҡабул ителде. «Алда Башҡортостан етәксеһе ҡуйған бик күп бурыстар тора, ең һыҙғанып эшләрбеҙ», — тип билдәләне Юлай Ильясов «Башинформ» агентлығы менән һөйләшеүҙә.
Юлай Ильясов 1969 йылдың 10 июнендә Ейәнсура районының Юнай ауылында тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын һәм Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.
1990-1991 йылдарҙа Нефтекамала «Связьстрой-5» тресында — монтажсы, 1991-1992 йылдарҙа «Рощинский» совхозы эшсеһе булған.
1994-1997 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университеты аспирантураһында уҡыған. 1995-1998 йылдарҙа — университет кафедраһының кесе ғилми хеҙмәткәре, ассистенты.
1998 йылдан дәүләт хеҙмәтенә күскән.
2008 йылда Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары, шул уҡ йылдың 12 авгусында баш ҡаланың Киров районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнгән. 2010 йылдың авгусынан 2012 йылдың ғинуарына тиклем — Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры. Һуңғы 7 йылда «Башнефть» нефть компанияһында эшләгән.