Йыйылыштар үткәреү алдынан был турала мәғлүмәт ауыл биләмәләре, район хакимиәте сайттарында һәм төрлө социаль селтәрҙәрҙә урынлаштырылғайны. Уны үткәреү графигы менән теләгән һәр кем таныша алды.
Уларҙа ауыл биләмәләре халҡынан тыш, урындағы Совет депутаттары, ауыл биләмәләре старосталары, дин вәкилдәре әүҙем ҡатнашты. Һәр йыйылышта район хакимиәте башлығының урынбаҫарҙары, райондың тейешле хеҙмәттәр етәкселәре һәм вәкилдәре ҡатнашты.
Билдәле булыуынса, граждандар йыйылышы йомғаҡтары буйынса резолюция ҡабул ителде, протоколдарҙа аныҡ ауыл биләмәһенең булған проблемалары һәм уларҙы хәл итеү ваҡыты күрһәтелде. Киләсәктә уларҙа күтәрелгән проблемаларҙы тормошҡа ашырыу буйынса тәҡдимдәр район хакимиәтенә һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенә ебәреләсәк.