3 апрелдә республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты, БР Сауҙа буйынса дәүләт комитеты, «Башҡортостан Республикаһы дәүләт юридик бюроһы» дәүләт ҡаҙна учреждениеһы белгестәре, шулай уҡ республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы учреждение, БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы территориаль органдары һәм Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе вәкилдәре тарафынан бушлай юридик ярҙам алыуға хоҡуҡлы граждандарҙы күсмә ҡабул итеү үткәрә.
Ҡабул итеү 10.00 сәғәттән 16.00 сәғәткә тиклем Стәрлебаш ауылы, К.Маркс урамы, 97 адресы буйынса район хакимиәте бинаһында (2-се ҡат, 1-се кабинет) үткәрелә.