Киске сәғәт 8-ҙән алып бер тәүлек дауамында болотло буласаҡ. Төндә епшек ҡар яуыуы, айырым райондарҙа еңелсә боҙлауыҡ көтөлә.
Көндөҙ – ямғыр. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан секундына төндә – 3-8, көндөҙ 9-14 метр (урыны менән 15-20) тиҙлектә иҫәсәк.
Һауа температураһы төндә биш градус һалҡынғаса етһә, көндөҙ йылый – 2-7 градус.