Рәйсә Күзбәкова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты баш белгесе :
- Съезға республиканың башҡорт теле уҡытыусыларын һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә башҡорт телен уҡытҡан мәктәптәрҙең директорҙарын, уҡытыусыларын саҡырабыҙ. Был съезд Башҡортостан тарихында тәүге тапҡыр ойошторола.
Башҡорт теле уҡытыусылары съезы апрелдә үтә. 2019 йыл Берләшкән Милләттәр ойошмаһы Генераль ассамблеяһы тарафынан аҫаба халыҡтар телдәре йылы тип иғлан ителде.