Юлда «ВАЗ-2115» менән «УАЗ» маркалы тиҙ ярҙам машинаһы бәрелешә. Бәрелешкәндән һуң, УАЗ автомобиленә ут ҡаба. Янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе, транспорт тулыһынса янып бөтә. Авария һөҙөмтәһендә, ике водитель һәм тиҙ ярҙам машинаһының 51 йәшлек пассажиры төрлө тән йәрәхәттәре ала.