Балалар һәм үҫмерҙәр үҙҙәренең әсәһе тураһында һүрәтләмә менән бергә фоторәсемен дә ҡуйып, социаль селтәрҙә үҙенең ғаилә тарихы менән уртаҡлаша ала. Кем күберәк “лайыҡ” йыя, шул – еңеүсе.
Конкурста ҡатнашып, әсәйегеҙҙе лә шатландыра алаһығыҙ. Еңеп сыҡһағыҙ, икегеҙгә лә смартфон бүләк итәсәктәр. Бәйге 31 мартҡа тиклем дауам итә, ҡатнашырға ашығығыҙ!