Новости
6 Марта 2019, 08:04

Башҡортостанда «Еңеү тарихы» илһөйәрлек акцияһы башланды

Үҙенсәлекле видеойылъяҙма әҙерләнә. Был турала сараның ойоштороу комитеты рәйесе Каринэ Хәбирова белдерҙе. Проект шарты буйынса республика мәктәптәренең өлкән синыф уҡыусылары Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән осрашыуҙар үткәреп улар тураһында видеороликтар әҙерләйәсәк.

Һуңынан улар бер порталға тупланып, беҙҙең телекомпания улар тураһында йомғаҡлау фильмы төшөрә. "Еңеү тарихы" акцияһы мартта уҡ башлана. Уның һөҙөмтәләре 9 майҙа Башҡортостан юлдаш телеканалының байрам марафонында иғлан ителер тип көтөлә.


Каринэ Хәбирова: “Идея создать и запустить этот проект возникла после общения с молодежью и людьми пожилого возраста. Молодежь не знает, что у нас есть такие герои, герои великой отечественной войны, через что им пришлось пройти. И хотелось бы, чтобы как можно больше людей молодого поколения об этом знали и помнили”.
Читайте нас