Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең Салауат ҡалаһы буйынса филиалы, БР Пенсия фондының БР буйынса Стәрлебаш районы идаралығы белгестәре балалы, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, өлкән граждандарға, инвалидтарға социаль ярҙам саралары һәм социаль хеҙмәттәр күрһәтеү мәсьәләләре буйынса ҡабул итеү үткәрә.
Барлыҡ ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса граждандар Стәрлебаш ауылы, К.Маркс урамы, 97 адресы буйынса 18-се кабинетҡа килә йәки 2-15-58 «Ҡыҙыу линия» телефонына шылтырата ала.