Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Туған телдәр көнөнә бағышланған флешмоб башлап ебәрҙе. Республика етәксеһе теләге булған һәр кемгә туған телендә яратҡан шиғырын һөйләргә һәм уны #Туғантел, #Роднойязык хэштегы менән социаль селтәргә һалырға тәҡдим итте.
«Мине лә үҙемдең флешмобымды иғлан итергә ваҡыт тип ышандырҙылар шикелле. Быға һәйбәт һәм файҙалы сәбәп тә бар. Бөгөн – ЮНЕСКО иғлан иткән Туған телдәр көнө. Туған телдәр беҙҙе айырмай, ә киреһенсә, донъяны рухи яҡтан байыта тип иҫәпләйем», — тип яҙҙы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә.