Район хакимиәте тарафынан шәхси беренселеккә ойошмалар, предприятиелар, белем биреү учреждениелары һәм ауыл биләмәләре араһында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған ир-егеттәр спорт фестивален үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Фестиваль 22 февралдә «Стәрле» спорт-һауыҡтырыу комплексында була.
Программала: урындан оҙонлоҡҡа һикереү, турникта ҡулдарҙа күтәрелеү, пневматик винтовканан атыу, 50 метр дистанцияға йөҙөү.
Сара 11.00 сәғәттә башлана.
Ә 19.00 сәғәттә район Мәҙәниәт йортонда байрам концерты була.