Осрашыуға республика райондары һәм ҡалаларынан әүҙем егеттәр һәм ҡыҙҙар саҡырыла. Студент ойошмалары, йәштәр хәрәкәте вәкилдәре, йәш спортсылар, ғалимдар һәм ирекмәндәр төбәк етәксеһенә һорауҙар бирә ала, проекттары менән таныштыра, яңы идеялар тәҡдим итә.