Новости
18 Февраль 2019, 09:31

Бөгөн транспорт полицияһы хеҙмәткәрҙәре көнө

Транспорт полицияһы хеҙмәткәрҙәре бөгөн һөнәри байрамын билдәләй.

1919 йылда ҡабул ителгән декретҡа ярашлы, был байрам йыл һайын 18 февралдә билдәләнә. Тәүҙә транспорт милицияһы поездарҙа ғына именлек тәьмин итә. Һуңынан Эске эштәр министрлығының был подразделениеһына һауа, тимер юл һәм һыу транспортында ла тәртип һаҡлау бурысы йөкмәтелә. Бөгөн транспорт полицияһының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре наградлана, тантаналы саралар уҙғарыла.
Читайте нас