Новости
13 Февраль 2019, 05:57

Уҡытыу була

19 февралдән 25 февралгә тиклем «РИАМА» Бөтә Рәсәй менеджмент һәм агробизнес академияһы «Яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам» квалификация арттырыу программаһы буйынса фермерҙарҙы, ауыл хужалығы кооперативы ағзаларын һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡ эйәләрен дистанцион уҡыуға саҡыра.

Уҡыу барышында тыңлаусылар бизнес-планлаштырыу, отчет биреү һәм һалым түләү буйынса эш башлаусы фермерҙарға һәм ғаилә-малсылыҡ фермаларын үҫтереүгә грант ярҙамы төбәк программаларында ҡатнашыу буйынса кәрәкле белем аласаҡ.

Уҡыуҙар тамамланғас таныҡлыҡ тапшырыла. Белешмәләр өсөн телефон: 2-20-09.

Район хакимиәтенең АПК, эшҡыуарлыҡ һәм ҡулланыусылар баҙары бүлеге.

Читайте нас