Новости
8 Февраль 2019, 08:19

Янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма биш балалы ғаиләне үлемдән ҡотҡарҙы

Салауат районы Шәрип ауылында 5 февралдә күп балалы ғаилә йортонда янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма сигналы эшләй башлай. Янғын сыҡҡан мәлдә өйҙә алты кеше була, шуларҙың бишеһе - балалар. Был хаҡта төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итә.

Әсә һүҙҙәре буйынса, ваҡиға төнгө сәғәт өстәрҙә теркәлә. Ҡатын төтөн еҫенә һәм сигнал тауышына уяна.

«Торғас та балалар янына йүнәлдем, тиҙ арала йыйынып, тышҡа сыҡтыҡ. Был ваҡытҡа ҡотҡарыусылар килеп етте. Иң мөһиме - беҙ теребеҙ, бер кем дә һәм йортобоҙ ҙа зыян күрмәне», - тип белдерҙе әсә.

Асыҡ ут ун минутта һүндерелә. 2 кв. м. майҙанда ағас иҙән бер аҙ зыян күргән.

Төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы үҙ торлағың хәүефһеҙлеге тураһында уйланырға һәм өйөгөҙҙә, шулай уҡ фатирығыҙҙа янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма урынлаштырырға саҡыра.

2019 йыл башынан Башҡортостанда янғында дүрт бала һәләк була. 24 ғинуарҙа республиканың Иглин районында булған ваҡиға ике кескәй ҡыҙҙың һәм уларҙың әсәләренең ғүмерен өҙә. Шул уҡ көндө янғында бер йәшлек бала һәләк була. 4 февралдә Кушнаренко районында дүрт йәшлек малай янып үлә.
Читайте нас