11 февралдән 28 февралдә тиклема «Ғаилә изгелек бумерангы» хәйриә акцияһы үткәрелә.
Акцияның маҡсаты - өлкәндәр һәм балалар өсөн яңы һәм тотонолған кейемдәр, аяҡ кейеме, урын кәрәк-яраҡтары, уйынсыҡтар, һауыт-һаба, мохтаж ғаиләләргә ярҙам итерҙәй кәрәкле әйберҙәрҙе йыйыу.
Улар таҙа, һәйбәт торошта һәм артабан ҡулланыу өсөн яраҡлы булырға тейеш.
Беҙҙең районда тауарҙарҙы ҡабул итеү урыны: Стәрлебаш ауылы, К.Маркс урамы, 97 адресы буйынса 19 кабинетта (район хакимиәте бинаһы) урынлашҡан «Ғаилә» бүлексәһендә. Эш ваҡыты: дүшәмбе-йома, 9.00 сәғәттән 17.12 сәғәткә тиклем, төшкө ял - 13.00-14.00 сәғ., тел: 2-15-58.
«Изгелек бумерангы»н ебәрегеҙ һәм ул мотлаҡ һеҙгә рәхмәт һүҙҙәре һәм изгелек менән ҡайтасаҡ.
«Ғаилә» Көньяҡ-көнбайыш район-ара үҙәгенең Стәрлебаш районындағы бүлексәһе.