Новости
4 Февраль 2019, 10:55

Сибайҙың ер аҫты рудниктарының береһендә шахтер һәләк булды

Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты Сибай филиалының ер аҫты рудниктарының береһендә шахтер һәләк булды. Көндөҙгө сәғәт 4 тирәһендә смена мастеры Түбәнге ҡалдау ерҙә тейәү-бушатыу машинаһы машинисының йәнһеҙ кәүҙәһенә тап була.

«Башинформ» агентлығына Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты Сибай филиалының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта комиссия бәхетһеҙ осраҡтың сәбәптәрен тикшерә.
Компанияла әйтеүҙәренсә, Түбәнге ҡалдау ер ятҡылығы Яңы Сибай ятҡылығы (Сибай карьеры) менән бәйле түгел. «Шуға күрә әлегә эшсенең газ менән ағыуланыуы тураһында һүҙ бармай», — тип белдерҙе Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты вәкиле.
Сибай хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә бәхетһеҙ осраҡты тикшереүҙе шәхси контролдә тотоуы тураһында белдерҙе. Ул шулай уҡ мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.

Читайте нас