Новости
4 Февраль 2019, 08:29

Башҡортостанда автоцистерна менән бәрелешкән автобустың 12 пассажиры мөғжизә менән иҫән ҡалды

Башҡортостанда Mercedes- Benz Sprinter водителе һәм 12 пассажиры автоцистерна менән бәрелешкәндән һуң мөғжизә менән иҫән ҡалды. Авария кисә киске 5-се ярты тирәһендә булды.

Башҡортостанда Mercedes- Benz Sprinter водителе һәм 12 пассажиры автоцистерна менән бәрелешкәндән һуң мөғжизә менән иҫән ҡалды. Авария кисә киске 5-се ярты тирәһендә булды.
Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ мәғлүмәте буйынса, Кропачев — Мәсәғүт — Әчит автомобиль юлының 51-се саҡрымында ҡаршыға килгән Mercedes- Benz Sprinter автобусы (водителе — 58 йәшлек ир) һәм Freightliner йөк машинаһы (рулдә — Силәбе өлкәһенән 44 йәшлек ир) бәрелеште. Автобустың Ҡарағай — Өфө маршруты буйынса хәрәкәт итеүе, салонда 12 пассажир ултырыуы билдәле.
Авария һөҙөмтәһендә 40 йәшлек пассажир ҡатын табиптар ҡарағандан һуң өйөнә ҡайтарылды. Пассажирҙарға өҫтәмә автобус ебәрелде. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.Башинформ.
Читайте нас