- Аҙна башында уҡ һауа шарттары үҙгәрә башлай. Төньяҡ-көнсығыштан килгән антициклон Урал аръяғына һалҡын һауа килтерә. Һауа температураһы төндә 17-22 градусҡа тиклем, аяҙайтҡанда 28 градусҡа тиклем етәсәк, көндөҙ 13-18, республиканың төньяҡ-көнсығышында 25 градусҡа тиклем һыуытасаҡ. Шишәмбе, 5февралгә ҡарата төндә һауа температураһы тағы ла түбәнәйәсәк һәм 30 градусҡа тиклем төшәсәк. Урыны менән ҡар яуасаҡ.