Новости
2 Февраль 2019, 10:19

Башҡортостан проекттары — «Көмөш уҡсы-Волга буйы» премияһы еңеүселәре

Башҡортостандан өс проект йәмәғәтселек бәйләнештәрен үҫтереү өлкәһендәге «Көмөш уҡсы-Волга буйы» премияһы еңеүселәре булды.

Башҡортостандан өс проект йәмәғәтселек бәйләнештәрен үҫтереү өлкәһендәге «Көмөш уҡсы-Волга буйы» премияһы еңеүселәре булды.
Улар — Business FM Өфө радиостанцияһы ойошторған «Science Slam» конкурсы («Киләсәк технологияларын үҫтереү» номинацияһы) һәм «МегаФон» йәмғиәтенең Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһенең «База станциялары бейеклегенән Башҡортостан тәбиғәте» («Корпоратив коммуникациялар» номинацияһы) һәм «терра-башҡортса «Бөркөт һәм отолош» проекттары.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурста 2018 йылда Волга буйы федераль округы төбәктәрендә тормошҡа ашырылған проекттар ҡатнашты. Жюриға Волга буйы власть органдарында һәм ҙур бизнес структураларында эшләгән коммуникация эксперттары, шулай уҡ үҙәк федераль киң мәғлүмәт саралары вәкиллектәре етәкселеге инә.
Коммуникация оҫталары проекттарын 31 ғинуарҙа «Арсенал» заманса сәнғәт үҙәгендә яҡланы. Финалсылар араһында иң яҡшыһы тип танылған проект «Көмөш Уҡсы» милли премияһы исемлегенә индерелә.

"Башинформ".
Читайте нас