Көн тәртибенә ун мәсьәлә ҡуйылды.
«2018 йылда Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль районында граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эш итеү тураһында»ғы беренсе мәсьәлә буйынса район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Р.З.Дәминов сығыш яһаны.
«2019 йылға һәм 2020 - 2021 йылдарҙың планлы осорона Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль район бюджеты тураһында»ғы 2018 йылдың 26 декабрендәге 26-2 һанлы БР Стәрлебаш районы муниципаль район Советының егерме алтынсы ултырышы ҡарарына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында», «Бюджет-хоҡуҡи мөнәсәбәттәр һәм тауарҙар һатып алыу, эштәр, хеҙмәттәр өлкәһенә контроллек итеү өлкәһендә эске муниципаль финанс контролде башҡарыу буйынса вәкәләттәр ҡабул итеү тураһында»ғы мәсьәлә буйынса район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары, финанс идаралығы начальнигы В.Ғ.Шәрипова сығыш яһаны.
«Стәрлебаш районы муниципаль район Советының 2012 йылдың 24 декабрендәге «Стәрлебаш районы муниципаль район хакимиәте структураһын раҫлау тураһында» 3-7 һанлы ҡарарына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы (30.01.2013й. №4-6, 30.12.2013й. №15-2, 24.02.2014й. №16-7, 17.04.2014й. №17-8, 24.12.2014й. №25-5, 26.02.2015й. №28-7, 16.12.2015й. №35-4, 29.12.2016й. №6-2, 27.12.2017й. №16-1, 26.04.2018й. №20-4 Совет ҡарарҙары редакцияһында)», «Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль районының урындағы үҙидара органдары һәм Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль районы ауыл биләмәләренең урындағы үҙидара органдары араһында 2019 йылда Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль районы ауыл биләмәләренең урындағы үҙидара органдары вәкәләттәренең бер өлөшөн бойомға ашырыуҙы Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль районының урындағы үҙидара органына тапшырыу тураһында килешеүҙе раҫлау тураһында»ғы мәсьәләләр буйынса район хакимиәтенең муниципаль хеҙмәт, хоҡуҡ һәм кадрҙар эше бүлеге начальнигы М.М.Йосопов сығыш яһаны.
«2018 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлебаш районы бүлеге эшмәкәрлеге тураһында»ғы мәсьәлә буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлебаш районы бүлеге полиция участка уполномоченныйҙары начальнигы И.И.Хәмиҙуллин сығыш яһаны.
«Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль районының һәм Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль районы ауыл биләмәләре араһында муниципаль район вәкәләттәренең бер өлөшөн ауыл биләмәләренә тапшырыу тураһында килешеүҙе раҫлау тураһында»ғы мәсьәлә буйынса район хакимиәтенең баш юрисконсульты И.М.Собханғолов һөйләне.
«Ерләү мәсьәләләре буйынса гарантияланған хеҙмәттәр исемлегенә ярашлы күрһәтелгән хеҙмәттәр хаҡын раҫлау тураһында»ғы мәсьәлә буйынса район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге начальнигы И.А.Туҡтаров сығыш яһаны.
«Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль районының муниципаль милкендә булған ерҙәргә аренда хаҡын билдәләү тураһында», «Ҡала төҙөлөшө регламентына ярашлы, территориаль-иҡтисади зоналар буйынса уртаса аренда түләүе ставкаһын дифференциациялау коэффициенттарын раҫлау тураһында»ғы туғыҙынсы һәм унынсы мәсьәлә буйынса милеккә идара итеү комитеты рәйесе М.М.Усманов сығыш яһаны.
Барлыҡ тикшерелгән мәсьәләләр буйынса депутаттар тейешле ҡарарҙар ҡабул итте.