1 февралдән федераль льготалыларға айлыҡ аҡсалата түләүҙәр күләме 4,3% индексациялана, тип хәбәр иттеләр Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә.
Социаль түләүҙәрҙе арттырыу Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм инвалидтарға, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына, блокадалы Ленинградта йәшәүселәргә, һәләк булған (үлгән) һуғыш инвалидтарының ғаилә ағзаларына, фашист концлагерҙары тотҡондарына, I, II, III төркөм инвалидтарына һәм инвалид балаларға, шулай уҡ радиацияға дусар булғандарға ҡағыла.
«Пенсия фонды идаралыҡтары Башҡортостандың район-ҡалаларында 318 мең кешенең айлыҡ аҡсалата түләүҙәрен ҡайтанан иҫәпләне. Февралдә улар түләүҙәрҙе арттырылған күләмдә алырға тейеш», — тип белдерҙе «Башинформ» агентлығына Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров.
Уның һүҙҙәренсә, бер үк ваҡытта федераль льготалыларға социаль хеҙмәттәр йыйылмаһын күрһәтеүгә йүнәлтелгән аҡсаның суммаһы 1,043-кә арта.