Һөйөнөслө хәбәр менән социаль селтәрҙәрҙә бәләгә тарыусының апаһы уртаҡлашты. Әлеге выҡытта Зариф Ҡыуатов исемендәге клиник дауаханаһы табиптары күҙәтеүе аҫтында ҡала. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Учалылағы ҡот осҡос фажиғә яңы йыл байрамдарынан һуң теркәлде. Ҡоралланған ир өс кешенең ғүмерен ҡыйҙы, шул иҫәптән Зарифтың ҡатыны Гөлсиә Хилажева ла вафат булды.Зариф Хилажевтың иҫенә килеп, айырым палатаға күсерелеүе тураһындағы мәғлүмәтте халыҡ интернет сәхифәләрендә ҡыуанып ҡабул итте. Һауыҡһын инде, Зариф! - тип бөтәһе лә уның балаҡайҙарын, ата-әсәһен ҡыуандырып, йүнәлеп китеүен теләй. Башҡортостан гәзитенән.