Новости
29 Ғинуар 2019, 06:56

Вахитов Таһир Радмир улына

Ҡәҙерле улыбыҙ, ейәнебеҙҙе 30 йәшлек күркәм байрамы менән ҡотлап, изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ғинуар һалҡынында тыуған булһаң да, күңелең матур, киң, саф һинең.

Ҡәҙерле улыбыҙ, ейәнебеҙҙе 30 йәшлек күркәм байрамы менән ҡотлап, изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ғинуар һалҡынында тыуған булһаң да, күңелең матур, киң, саф һинең. Дуҫтарыңа, яҡындарыңа һинең ҡайнар йөрәгеңдән тик йылылыҡ бөркөлә. 30 йәш- ғүмерҙең башы, иң матур сағы. Киләсәк тормошоңда һиңә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, маҡсат - теләктәреңдең тормошҡа ашыуын, яҡындарыңдың йылыһын тойоп, оҙаҡ йылдар уларға терәк - таяныс булып йәшәүеңде теләйбеҙ. Хыялдарың тормошҡа ашҡанда һиҙгерлек, өлгөрлөк юлдаш булһын.

Тормоштоң иң матур сағы

30 йәш – ул аҙ әле!

Алда әле – күпме шатлыҡ!

Күпме бәхет, наҙ әле!

Ғүмереңдең был миҙгеле -

Туҡтап бер йырлап алыу,

Үткәндәргә шөкөр итеп,

Киләсәккә юл һалыу!

Иң изге теләктәр менән атай-әсәйең Флүрә-Радмир, олатай-өләсәйең Фроза-Мөхтәр Вахитовтар.
Читайте нас