Новости
27 Ғинуар 2019, 09:41

Ҡотло булһын туйығыҙ!

Первомайский ауылы егете БӘХТЕЙӘРОВ Иҙрис Нурғәли улына һәм Гөлөм ауылы ҡыҙы ИҘРИСОВА Ләйсән Фаил ҡыҙына! Ҡәҙерле балаларыбыҙ - Иҙрис улыбыҙ һәм Ләйсән киленебеҙ! Һеҙҙе яңы тормошҡа аяҡ баҫыуығыҙ - законлы никах туйығыҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Был көн күңел түрегеҙҙә ғүмер буйы иң матур мәл булып һаҡланһын. Ҡулға-ҡул тотоношоп, тормош юлының ауыр-еңеллектәрен уртаҡлашып, иң-иң бәхетле парҙар булып, барыбыҙҙы һөйөндөрөп, матур тормош ҡороғоҙ! Һөйөүегеҙҙең ҡәҙерен белеп, тормош һынауҙарына бирешмәй, бер-берегеҙҙе яратып, ихтирам итеп йәшәргә яҙһын. Барыр юлдарығыҙ һеҙҙең һәр ваҡыт та уң булһын, мөхәббәт емеше булып улдарығыҙ һәм ҡыҙҙарығыҙ тыуһын, атай-әсәйҙәрегеҙҙе, бөгөнгө саф тойғоларығыҙҙы һаҡлағыҙ, арағыҙҙан ел үткәрмәгеҙ. Тормош юлын бергә башланығыҙ, Аҙаҡҡаса бергә үтегеҙ. Ауырлыҡтар килһә, уртаҡлашып, Шатлыҡтарҙы бергә бүлегеҙ! Йәшлек мөхәббәте мәңге булһын, Гел бер булһын барыр юлығыҙ. Аҡ бәхеттәр генә яуып торһон, Ҡотло булһын никах туйығыҙ! Иң изге теләктәр менән атайығыҙ Нурғәли һәм әсәйегеҙ Гөлнара, туғанығыҙ Ҡәҙриә һәм барлыҡ туғандарығыҙ: олатайығыҙ Мирғәли, өләсәйҙәрегеҙ Сәлимә, Фәрзәнә, апай-еҙнәләрегеҙ. Первомайский-Стәрлебаш-Ибраҡай-Өфө-Стәрлетамаҡ.

Первомайский ауылы егете БӘХТЕЙӘРОВ Иҙрис Нурғәли улына һәм Гөлөм ауылы ҡыҙы ИҘРИСОВА Ләйсән Фаил ҡыҙына!

Ҡәҙерле балаларыбыҙ - Иҙрис улыбыҙ һәм Ләйсән киленебеҙ! Һеҙҙе яңы тормошҡа аяҡ баҫыуығыҙ - законлы никах туйығыҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Был көн күңел түрегеҙҙә ғүмер буйы иң матур мәл булып һаҡланһын. Ҡулға-ҡул тотоношоп, тормош юлының ауыр-еңеллектәрен уртаҡлашып, иң-иң бәхетле парҙар булып, барыбыҙҙы һөйөндөрөп, матур тормош ҡороғоҙ! Һөйөүегеҙҙең ҡәҙерен белеп, тормош һынауҙарына бирешмәй, бер-берегеҙҙе яратып, ихтирам итеп йәшәргә яҙһын. Барыр юлдарығыҙ һеҙҙең һәр ваҡыт та уң булһын, мөхәббәт емеше булып улдарығыҙ һәм ҡыҙҙарығыҙ тыуһын, атай-әсәйҙәрегеҙҙе, бөгөнгө саф тойғоларығыҙҙы һаҡлағыҙ, арағыҙҙан ел үткәрмәгеҙ.

Тормош юлын бергә башланығыҙ,

Аҙаҡҡаса бергә үтегеҙ.

Ауырлыҡтар килһә, уртаҡлашып,

Шатлыҡтарҙы бергә бүлегеҙ!

Йәшлек мөхәббәте мәңге булһын,

Гел бер булһын барыр юлығыҙ.

Аҡ бәхеттәр генә яуып торһон,

Ҡотло булһын никах туйығыҙ!

Иң изге теләктәр менән атайығыҙ Нурғәли һәм әсәйегеҙ Гөлнара, туғанығыҙ Ҡәҙриә һәм барлыҡ туғандарығыҙ: олатайығыҙ Мирғәли, өләсәйҙәрегеҙ Сәлимә, Фәрзәнә, апай-еҙнәләрегеҙ.

Первомайский-Стәрлебаш-Ибраҡай-Өфө-Стәрлетамаҡ.
Читайте нас