Новости
27 Ғинуар 2019, 09:40

(133) ХОҘАЙБИРҘИН Илдар Фәнсит улына

Ҡәҙерлебеҙҙе күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Яҡын кешебеҙгә һөйөнөстәргә тулы бәхетле ғүмер, ныҡлы һаулыҡ,бағлаған өмөттәренең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ! Һин беҙҙең өлкән улыбыҙ, туғандарыңа өлгөлө ағай, киленебеҙгә һөйөклө ир,ейәнебеҙгә яратҡан атай! Ниндәй генә эшкә тотонһаң да, һәр саҡ ҡойоп ҡуяһың,беҙ һиңә һоҡланабыҙ!Лилиә киленебеҙ менән татыу ғүмер итеп, ейән- ейәнсәрҙәребеҙҙе аҡыллы итеп үҫтереп, күрһәткән изгелектәреңдең игелеген күреп, донъя рәхәттәрен кисереп, мул тормошта йәшәргә насип итһен Хоҙай. Күңел күгең аяҙ,эшләгән эштәрең уңышлы,бәхетең тулы булһын! Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ,ысын йөрәктән яратабыҙ! Үргә атлар өсөн көсөң артһын, Дәрт һәм ҡеүәт һәр саҡ өҫтәлһен. Күңелдәрҙә булған бар теләктәр Ғәмәлдәргә ашһын, үтәлһен. Ҡотлау менән атайың, әсәйең, Гөлдәр, Гөлшат туғандарың, Илгиз кейәүең, Ильмир, Радмир, Баһауетдиновтар, Иҫәнсуриндар, Алсыновтар, Иҫәнғужиндар,Йәғәфәровтар һәм һине хөрмәт иткән барлыҡ туғандарың.

Ҡәҙерлебеҙҙе күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Яҡын кешебеҙгә һөйөнөстәргә тулы бәхетле ғүмер, ныҡлы һаулыҡ,бағлаған өмөттәренең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ! Һин беҙҙең өлкән улыбыҙ, туғандарыңа өлгөлө ағай, киленебеҙгә һөйөклө ир,ейәнебеҙгә яратҡан атай! Ниндәй генә эшкә тотонһаң да, һәр саҡ ҡойоп ҡуяһың,беҙ һиңә һоҡланабыҙ!Лилиә киленебеҙ менән татыу ғүмер итеп, ейән- ейәнсәрҙәребеҙҙе аҡыллы итеп үҫтереп, күрһәткән изгелектәреңдең игелеген күреп, донъя рәхәттәрен кисереп, мул тормошта йәшәргә насип итһен Хоҙай. Күңел күгең аяҙ,эшләгән эштәрең уңышлы,бәхетең тулы булһын! Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ,ысын йөрәктән яратабыҙ!

Үргә атлар өсөн көсөң артһын,

Дәрт һәм ҡеүәт һәр саҡ өҫтәлһен.

Күңелдәрҙә булған бар теләктәр

Ғәмәлдәргә ашһын, үтәлһен.

Ҡотлау менән атайың, әсәйең, Гөлдәр, Гөлшат туғандарың, Илгиз кейәүең, Ильмир, Радмир, Баһауетдиновтар, Иҫәнсуриндар, Алсыновтар, Иҫәнғужиндар,Йәғәфәровтар һәм һине хөрмәт иткән барлыҡ туғандарың.
Читайте нас