Новости
25 Ғинуар 2019, 12:49

Республика дзюдосыһы Бөтә Рәсәй ярыштарында еңеү яуланы

Өфөлә 23 йәшкәсә йәштәр араһында дзюдо буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары наградалары өсөн 194 спортсы көс һынашты, уларҙан 146 егет һәм 48 ҡыҙ — 20 төбәктән. Башҡортостандан 48 спортсы ҡатнашты.

Өфөлә 23 йәшкәсә йәштәр араһында дзюдо буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары наградалары өсөн 194 спортсы көс һынашты, уларҙан 146 егет һәм 48 ҡыҙ — 20 төбәктән. Башҡортостандан 48 спортсы ҡатнашты. Яҡташыбыҙ 20 йәшлек Артур Камалов алтын миҙал яуланы. Ул 100 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында пьедесталдың беренсе баҫҡысына күтәрелде, тип белдерҙеләр республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Бөтә Рәсәй ярыштары 1965 йылда Өфөлә самбо һәм дзюдо буйынса тәүге спорт мәктәбен асҡан Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Николай Попов иҫтәлегенә арналды.Башинформ.
Читайте нас