ИҪӘНҒУЖИНА Зәриә Әбҡәҙир ҡыҙына
Һарайҫа ауылында ғүмер итеүсе ҡоҙағыйыбыҙҙы 50 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Байрамың уңайынан тәрбикләп, һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон, киләсәктә лә ҙур ҡыуаныста йәшәүеңде теләйбеҙ. Ҡоҙабыҙ Рәмил менән йән тыныслығында, тигеҙлектә, бер-берегеҙгә терәк-таяныс булып, балаларығыҙҙың шатлыҡтарын күреп, артабан да бөгөнгөләй оло хөрмәткә төрөнөп йәшәргә насип итһен.
Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың,
Ҡояш көлһөн мәңге күгеңдә.
Теләктәрҙең ихлас, изгеләрен
Беҙ теләйбеҙ тыуған көнөңдә.
Йән рәхәте бирһен Хоҙай һиңә,
Тән сихәте бирһен ғүмергә.
Насип итһен оҙаҡ йылдар шулай
Бергә-бергә матур йәшәргә.
Ҡотлау менән Мәләүез районынан ҡоҙа-ҡоҙағыйығыҙ Мансур, Зәйнәб hәм Миҙхәт, улың Айнур, киленең Глүзә, ейән-ейәнсәрең Искәндәр һәм Алтынай.