Новости
22 Ғинуар 2019, 08:44

Килешеү төҙөргә кәрәк

Күп фатирлы йорттарҙа, шәхси секторҙа йәшәгән Башҡортостан халҡы, шулай уҡ юридик шәхестәр һәм шәхси эшҡыуарҙар 2019 йылдың ғинуарында ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса хеҙмәт күрһәтеүгә төбәк операторы менән килешеү төҙөргә бурыслы.

Документтар өлгөһө www.roecocity.ru рәсми сайтында «Клиенттарға» бүлегендә урынлаштырылған, «ҡыҙыу линия» телефоны: 8-800-700-49-00.

Әгәр граждандар ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы билдәле урында ҡалдырһа, ә төбәк операторы уларҙы сығарһа, күп фатирлы йорттарҙа һәм шәхси секторҙа йәшәүселәр өсөн килешеү төҙөлгән тип иҫәпләнә. Юридик шәхестәр килешеү төҙөү өсөн Салауат ҡалаһы, Төньяҡ урам, 15 А (12-се кабинет) адресы буйынса «ЭКО-Сити» компанияһының абоненттар бүлегенә мөрәжәғәт итергә тейеш.

Бындай килешеүҙәр төҙөү зарурлығы Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан раҫланған ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү ҡағиҙәләрендә ҡаралған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың 1 ғинуарынан беҙҙең республика, тотош ил кеүек үк, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсте. Хәҙер сүп-сарҙы йыйыу, ташыу, эшкәртеү, үтилләштереү, зарарһыҙландырыу һәм күмеү менән төбәк операторҙары шөғөлләнәсәк, ә халыҡ - билдәле тарифтарға ярашлы, хеҙмәт өсөн түләйәсәк. Был эш, тәү сиратта, ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең заманса, экологик хәүефһеҙ системаһын формалаштырыуға, күп һанлы санкцияланмаған сүплектәрҙе бөтөрөү һәм яңыларын булдырмауға, шулай уҡ сүп-сарҙы сорттарға бүлеү һәм эшкәртеү буйынса үҫешкән инфраструктура булдырыуға йүнәлтелгән.

***

Сүп-сар сығарған өсөн тарифтар тәғәйенләнде
Ошо көндәрҙә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров йәнә яңы сүп-сар сығарған өсөн хаҡты кәметеүҙе талап итеү хаҡында иҫкә төшөрҙө.

Уның фекеренсә, ҡалала түләү - 70, ә элек сүп-сар йыйыу системаһы ойошторолмаған торлаҡ пункттарҙа 35 һумдан артмаҫҡа тейеш. «Был һандарҙы - 70-те һәм 35-те социаль-иҡтисади, халыҡтың социаль хәленән сығып атаным. Мине ишетегеҙ. Башҡа һандарҙы ҡабул итмәйем», - тине Радий Хәбиров. Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү буйынса яңы коммуналь хеҙмәт өсөн иҫәп 25 ғинуарҙан килә башлай.

Бынан тыш, төбәк етәксеһе район хакимиәттәре башлыҡтарына 2019 йылдың аҙағына тиклем барлыҡ торлаҡ пункттарҙы контейнер майҙансыҡтары менән тәьмин итергә ҡушты. Уның һүҙҙәренсә, республика уларҙы әҙерләү сығымдарын ҡапларға әҙер. Әлеге ваҡытта 10 меңдән ашыу контейнер майҙансыҡтары, шулай уҡ 20 меңдән күберәк контейнер кәрәк.

Радий Хәбиров Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Нияз Фазыловты республикала ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә реформаны тормошҡа ашырыуҙы контролдә тотоу өсөн яуаплы итеп тәғәйенләне.

25 ғинуарҙан төбәктә ауыл биләмәләре башлыҡтары менән кәңәшмәләр үткәрелә башлай. Унда ағымдағы хәлде һәм ошо йәһәттәге мәсьәләләрҙе тикшереү күҙаллана.

Олеся АРАМЕЛЕВА,

«ЭКО-Сити» төбәк операторы матбуғат-секретары.
Читайте нас