Новости
22 Ғинуар 2019, 08:50

Изге эш

Башҡортостанда халыҡ мәнфәғәтендә бихисап программалар эшләй. Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы - шуларҙың береһе.

Беҙҙең Иҫке Ҡалҡаш ауыл биләмәһе халҡы уға тәүҙә һағайып ҡына, һуңынан өмөт менән ҡарай башланы. 2016 йылда Иҫке Ҡалҡаш урта мәктәбендә ошо программа менән санузел ҡуйылды, тотош электр системаһы алмаштырылды. Ошо изге эштә урындағы фермерҙар 124 000 һум аҡса йәки, башҡарылған эштең смета хаҡынан 15 процент бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеп, бик ныҡ ярҙам итте. Халыҡ та шул уҡ сумма аҡса йыйҙы. Район бюджетынан 100000 һум аҡса бүленде, ҡалған 482 000 һум - республика бюджетынан күсерелде. Балаларҙың сәләмәтлеген һаҡлауға булышлыҡ иткән бик һәйбәт эш башҡарылды. Был бик мөһим, сөнки улар - беҙҙең киләсәгебеҙ.

Уҙған йылдың 23 ноябрендә ошо конкурста ҡатнашыу өсөн өҫтөнлөклө программаны билдәләү өсөн урындағы ауыл мәҙәниәт йортонда Иҫке Ҡалҡаш ауылы халҡы йыйылды. Берәүҙәр балалар баҡсаһында санузел ҡуйырға, икенселәр - урта мәктәптә тәҙрәләр алмаштырырға тәҡдим итте. Әммә күпселек тауыш Иҫке Ҡалҡаш ауылы зыяратына профнастилдан ихата ҡуйыуға бирелде. Алдан смета төҙөлдө. Ихата 1357370 һумға төшәсәк. Ошо сумманың 15 процентын халыҡ йыйырға, шул уҡ сумманы - бағыусылар бирергә тейеш, ҡалған сумма район һәм республика бюджеттарынан бүленәсәк. Зыярат ихатаһын алмаштырыу - изге эш. Һәм беҙҙең бурыс - уны тейешле торошта тотоу. Беҙҙең барыһы ла килеп сығыр тип ышанабыҙ.

Фәүҡәт ҠОТЛОШИН,

Иҫке Ҡалҡаш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы.


Читайте нас