Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы ярҙамында бик күп изге эштәр башҡарып булыуын аңлап, беҙҙең ауыл биләмәһе халҡы ҡарары менән 2016 йылда спорт ҡоролмаһы һатып алынды һәм ул Түбәнге Аллағыуат төп дөйөм белем биреү мәктәбе территорияһында ҡуйылды. Хәҙер урындағы ауыл балалары унда рәхәтләнеп спорт менән шөғөлләнә.
Киләсәккә лә пландар менән йәшәйбеҙ. 2019 йылда урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса янғынға ҡаршы тағылмалы цистерна һатып алырға ҡарар иттек. Түбәнге һәм Үрге Аллағыуат, Мостафа ауылдары халҡы йыйылышта ошондай теләк белдерҙе. Документтарҙа яҙылғанса, был эшкә ауылдар халҡы ла, бағыусылар ҙа үҙ өлөшөн индерәсәк, шулай уҡ район һәм республика ла ярҙам итәсәк. Шулай итеп, ауыл биләмәһенең проблемалы мәсьәләләренең береһе хәл ителәсәк.