Күргәҙмәгә батша фотографы Сергей Михайлович Прокудин-Горский төшөргән фотоларҙың төҫлө күсермәләре ( төп нөсхәләре иһә АҠШ Конгресы китапханаһында һаҡлана) ҡуйылған. Прокудин-Горский махсус вагонда Көньяҡ Урал, шул иҫәптән хәҙерге Салауат районы биләмәһе буйлап сәфәр ҡылған, Златоуст тимер юлында күпләп фотоға төшөргән, Яхъя башҡорт ауылында булған.