Новости
21 Ғинуар 2019, 08:25

Өфө - Рәсәй пенсионерҙары Спартакиадаһының башҡалаһы

Быйыл августа Өфөлә Рәсәй пенсионерҙары Спартакиадаһы үтә. Башҡалабыҙға илдең 70-тән ашыу төбәгенән 600 самаһы ҡатнашыусы киләсәк.

Яҡын сит илдәрҙән дә спортсылар саҡырылған. Өҫтәл теннисы, йөҙөү, еңел атлектика, ҡатнаш эстафета, шахмат буйынса ярыштар үтә. Хаҡлы ялдағылар шулай уҡ ГТО нормативтарын тапшыра.


Быға тиклем Рәсәй пенсионерҙары Спартакиадаһы Чебоксарҙа, Һарытауҙа, Тулала һәм Пензала үтте.
Читайте нас