Быйыл бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡы арта. Рәсәй Президентының 2012 йылдағы "май указдары"нда табиптар, уҡытыусылар, социаль һәм фән хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу бурысы ҡуйылды һәм ул тормошҡа ашырыла. Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин билдәләүенсә, был документта айырым билдәләнмәгән бюджет өлкәһенә ҡараған башҡа хеҙмәткәрҙәренең дә эш хаҡы артасаҡ. Быйыл 1 октябрҙә ул 4,3 процентҡа индексациялана. Бының өсөн федераль ҡаҙнанан төбәктәргә 100 миллиард һум бүленә. Дөйөм алғанда, эшләп йөрөгән халыҡтың хеҙмәт хаҡы быйыл яҡынса 1 ярым процентҡа артырға тейеш, тип хәбәр итәләр Иҡтисади үҫеш министрлығынан.