Иртәгә, 21 ғинуарҙа, республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, бер аҙ ҡар яуыуы, еңелсә буран сығыуы көтөлә. Юлдарҙа көрт, айырым участкаларҙа еңелсә боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан һәм көньяҡтан, талғын. Һауа температураһы республикала төндә -13, -18 градус һалҡын, аяҙытҡанда -20, -25 градусҡа тиклем түбәнәйеүе, көндөҙ -10, -15, Өфөлә төндә -16, -18, көндөҙ -10, -12, градус һалҡын булыуы күҙаллана. Алдағы ике көндә: 22 ғинуарҙа ҡар яуыуы, еңелсә буран сығыуы көтөлә, 23-өндә яуым-төшөм кәмей, һауа температураһы түбәнәйә.