Новости
17 Ғинуар 2019, 09:02

Таныша торайыҡ: “Зәрҡүм”!

Башҡорт эпостары геройҙарына балаларҙы нисек нығыраҡ яҡынайтырға? Бының бер алымын Стәрлетамаҡ IT-белгестәре уйлап тапҡан.

Улар – БДУ-ның урындағы филиалы ғалимдары – эшләй башлаған компьютер уйынының персонаждары – башҡорт эпостары геройҙары.


“Уйын “Зәрҡүм” тип атала. Уның сюжеты “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпостарына, шулай уҡ халҡыбыҙҙың легендаларына, риүәйәттәренә нигеҙләнә”, – тиҙәр университеттың матбуғат хеҙмәтендә.


Уйында йәш батырға урта быуат донъяһына юлланып, яманлыҡты еңеү, илебеҙгә тыныслыҡ алып ҡайтыу мөмкинлеге бирелә.


– Заман технологиялары ярҙамында бөтөн донъя халҡын башҡорт мәҙәниәте, республикабыҙ менән таныштырасаҡбыҙ тигән ышаныстабыҙ. Проект был йәһәттән киң мөмкинлек аса, – ти IT-белгестәр.
Читайте нас