Баймаҡ районы Темәс ауылындағы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында реконструкция эше башланды. “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” программаһына ярашлы, бинаның эсе-тышы тулыһынса яңыртыла. Уға заманса төҫ, шул уҡ ваҡытта үткәндәрҙе хәтерләткән һулыш та биреләсәк. Реконструкция мәлендә экспозициялар һаҡлап ҡалына.