Новости
7 Ғинуар 2019, 11:55

Мобиль элемтәгә хаҡ арта

“Вымпелком”, “Мегафон” һәм “Тele2” компаниялары киләһе йылдың 1 ғинуарынан мобиль элемтә хеҙмәттәренә хаҡ артыуы хаҡында белдерҙе.

“Вымпелком”, “Мегафон” һәм “Тele2” компаниялары киләһе йылдың 1 ғинуарынан мобиль элемтә хеҙмәттәренә хаҡ артыуы хаҡында белдерҙе. “Вымпелком” рәсми сайтында 1 ғинуарҙан алып түләү операцияларында, шулай уҡ халыҡ-ара бәйләнешкә инеүселәр өсөн тарифтарҙа һәм операцияларҙа шылтыратыу хаҡтары тураһында хәбәр иткән.
“МегаФон” компанияһы абоненттарға өҫтәлгән хаҡҡа һалым ставкаһының 20 процентҡа үҙгәрәсәге хаҡында смс-хәбәр ебәргән. Оператор 9 ғинуарҙа хаҡтарҙы яңыртырға вәғәҙәләй.
“Tele2” тарифтарҙы 1 ғинуарҙан үҙгәртә. Компанияла абонент түләүҙәре артыуын, баҙарҙа, тармаҡта һәм иҡтисадтағы үҙгәрештәргә бәйләйҙәр. МТС компанияһы тарифтарға хаҡ күтәрелеү тураһында әлегә белдермәне.
"Юлдаш радиоһы".



Читайте нас