Венер Ғәзиз улы – ғалим-хирург, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт дәүләт медицина институты ректоры, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы, СССР-ҙың уйлап табыусыһы, “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” ордены кавалеры. Уның тарафынан республикала хирургия мәктәбе ойошторолдо. Һигеҙ фән докторы, 40 фән кандидаты — ғалимдың уҡыусылары. Мәрхүм менән хушлашыу 7 ғинуарҙа Мәләүез районы Томансы ауылында көндөҙгө сәғәт 12-лә үтә.