Башҡортостанда ике кеше янып үлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн төндә Архангель районы Ҡыҙыл Еҙем ауылында ағас йорт янған. Утты бер сәғәт эсендә һүндергәндәр. Ике ирҙең кәүҙәләре табылған. Йорт янғын тураһында иҫкәртеүсе прибор менән йыһазландырылған булған. Өйҙә булған ҡатын кеше уның тауышын ишетеп сығып өлгөргән, әммә тәне бешкән. Әле янғын сәбәптәре асыҡлана. Башҡортостанда быйыл ғына янғындарҙа 14 кешенең ғүмере өҙөлгән.