Өфөлә "Триумф" шапито циркы директорына ҡарата енәйәт эше асылды. Сипайловола урынлашҡан объект хәүефһеҙлек талаптарын үтәмәгәне өсөн 19 декабрҙә ябылғайны. Әммә уны етәкселеге суд ҡарарын боҙған, балалар өсөн тамаша ойошторған. Хәҙер цирк яңынан ябылған, етәксеһе енәйәт кодексы буйынса яуап бирәсәк, тип хәбәр итәләр Суд приставтары хеҙмәтенән.