Иртәгә, 6 ғинуарҙа республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, ҡар яуыуы, еңелсә буран сығыуы көтөлә. Юлдарҙа - ҡар һырынтылары. Ел көньяҡтан һәм көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһының республикала төндә 7-12, аяҙытҡанда 20 градусҡа тиклем түбәнәйеүе, көндөҙ 5-10, көнсығышта 15 градусҡаса,Өфөлә төндә 8-10,көндөҙ 5-7 градус һалҡын булыуы күҙаллана. Алдағы ике көндә яуым-төшөмдөң кәмеүе, һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлә.