Утты 8 сәғәт буйы һүндерә алмағандар. Тамара һәм Александр Потякиндар 16 балаһы, шул иҫәптән ҡурсалауға алынған 12 бала менән урамда тороп ҡалған. Әле улар "Бүребай тау байыҡтырыу предприятиеһы" ҡунаҡханаһында урынлаштырылған, халыҡ ярҙам йыя башлаған. Потякиндар ғаиләһе уҙған йылда Бөтә Рәсәй ижади конкурсында иң яҡшыларҙың береһе тип танылғайны.